Хөкүмәттә ошо турала белдерелде. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкиле Динар Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, байрам сараларында 200 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. “Рәсми ҡаласыҡтарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау ойошторола. Юл-патруль хеҙмәте нарядын арттырыу ҡарала”, - тине ул.







