Башҡортостан күстәнәсе Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә ебәрелә. Акцияла ҡатнашҡандар 200-ҙән ашыу дана татлы бүләк йыйған. Дүртөйлө ауыл биләмәһе ҙур әүҙемлек күрһәткән. Улар тәүгеләрҙән булып 50-нән ашыу бүләк әҙерләгән. “Ауылдарыбыҙ халҡы берҙәм булыуын күрһәтте. Байрам бүләге имен барып етеүен теләйбеҙ”, - ти район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Ләйсән Ғибатова.







