Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, уҙыш 1 ғинуарҙа Ҡарауанһарай сауҙа үҙәге майҙаны янында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Унда ҡатнашҡандар яңы йылға вәғәҙә биреп 2 мең 23 метр араға йүгерә.
Яңы йыл каникулында спорт декадаһы ойошторола. Ун көн дауамында халыҡ өсөн бөтә спорт объекттары асыҡ була.




