“Башҡорт бейеүе фекерҙән башлана”

Республиканың халыҡ артисы, танылған бейеүсе һәм хореограф Риф Ғәбитов шулай тип иҫәпләй. Ул байтаҡ йылдар Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист була. Коллективтың художество етәксеһе вазифаһында эшләй. Бөгөн танылған ижадсының 70 йәше уңайынан Өфөлә юбилей кисәһе үтә. Риф Ғәбитов ҙур сәхнә, тамашасы һөйөүен яулау, дан ҡаҙаныу тураһында хыялланғанмы һуң? Беҙҙең радиоға биргән интервьюһында ул ошоларҙы белдерҙе. 

“Башҡорт бейеүе фекерҙән башлана”

Риф Ғәбитов ансамблдә бейеүсе булараҡ дан ҡаҙана. Коллектив элекке союздаш республикаларға, сит илдәргә гастролгә сыға. Ижадсы камиллаша, оҫтара, үҙен яңы сифатта һынап ҡарау теләге тыуа. Тиҙҙән Риф Ғәбитов бейеү һалыу оҫтаһына әйләнә.

“Башҡорт бейеүе фекерҙән башлана”

Белгестәр фекеренсә, Риф Ғәбитов ир-егеттәр башҡорт бейеүен яңы бейеклеккә күтәрә. Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, республиканың башҡа коллективтары өсөн 30-ҙан ашыу хореографик әҫәр ҡуя. “Олпат йәштә булыуыма ҡарамаҫтан. Пландарым, тормошҡа ашырырға теләгән проекттарым күп”, - ти халыҡ артисы. Танылған бейеүсе менән осрашырға теләгәндәр бөгөн юбилей кисәһендә ҡатнаша ала. Концерт киске сәғәт 7-лә “Башҡортостан” концерт залында үтә.  

Фото №1 - “Башҡорт бейеүе фекерҙән башлана”
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ