Республиканың 11 меңдән ашыу 5-9-сы синыф уҡыусыһы мәктәп туризмы программаһында ҡатнашҡан

Республиканың 11 меңдән ашыу 5-9-сы синыф уҡыусыһы быйыл сентябрҙә старт алған мәктәп туризмы программаһында ҡатнашҡан.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, федераль проектта Башҡортостан пилот төбәк булараҡ ҡатнаша. Уны тормошҡа ашырыуға быйыл республика федераль ҡаҙнанан 55,7 миллион һум аҡса алған, төбәк бюджетынан 22 миллион һум бүленгән.

«Пилот бик уңышлы булып сыҡты. Уҡыусылар ҙур теләк менән үҙҙәре өсөн республиканы аса. Киләһе йыл программаны финанслау федераль бюджеттан 188,7 миллион һум, төбәк ҡаҙнаһынан - 75 миллион ярым һумға тиклем арта, программала 37 мең 700-ҙән ашыу уҡыусының ҡатнашыуы планлаштырыла.» тип билдәләгән республика етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ