Район халҡы мобилизациялағы яҡташтары өсөн йыйған әйберҙәрҙе утлы төбәккә, «Бөркөт» хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары илтте. Әлеге мәлдә ҡулына ҡорал тотоп Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ тип иҫәпләй йәмәғәтселек вәкилдәре.
2 мең саҡырым юл үтеп махсус хәрби операция биләмәһенә килеп еткән гуманитар ярҙам «Пчелка» ҡушаматлы яугирҙың ҡулына тапшырылды. Ул үҙе Ейәнсура районынан мобилизацияланған. Бер взводта улар Күгәрсен егеттәре менән бергә хеҙмәт итә. Утлы төбәктә күстәнәс кенә түгел, өйҙән килгән бәләкәй генә хәбәр ҙә яугирҙарға көс өҫтәй ти, Пчелка.



