Асҡын районы үҙәгендә реконструкциянан һуң һәйкәл асылды

Асҡын районы үҙәгендә реконструкциянан һуң, Граждандар һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Асҡын ауылының Еңеү паркындағы һәйкәл 1919 йылда һәләк булған ҡыҙылармеецтар иҫтәлегенә ҡуйылған. Туғандар ҡәберлеге 1969 йылда асыла. Быйыл уны «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты буйынса реконструкциялайҙар. Йәмғеһе, Асҡын районында был программа сиктәрендә 17 обелиск яңыра, парк һәм скверҙар төҙөкләндерелә.

Һәйкәлде төҙөкләндереү хыялы менән күптән янып йәшәнек. Ул 60-сы йылдар проекты буйынса төҙөлгән, ә беҙ уны матурыраҡ итеп яңыртыу маҡсаты ҡуйҙыҡ. Барыһы ла беҙ уйлағанса тормошҡа ашты. Хәҙер был һәйкәл - геройҙарҙы иҫкә алыу, ә парк - ял итеү урынына әйләнде.

Әлфис Ғаязов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты

Һәйкәл асыу сараһы Ватан Геройҙары көнө менән дауам итте. Мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә Шайморатов исемендәге орден тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ