Юбилей уңайынан уҡыу йортонда вокал кисәһе ойошторолдо. Унда сәнғәт училищеһын төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары йыйылды.
Өфө сәнғәт училищеһы - 1922 йылда Башҡорт музыка техникумы булараҡ асыла, аҙаҡ «Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы» итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уҡыу йорто ябыла. 1960 йылда Өфө сәнғәт училищеһы яңынан асыла һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләй.
Уҡыу йортоноң музыка һәм сәнғәт бүлектәрендә фортепиано һәм вокал, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка инструменттары, эстрада һәм сәнғәттең бер нисә төрө буйынса белгестәр әҙерләнә. Училищены тамамлаусылар араһында билдәле театр әһелдәре Арыҫлан Мөбәрәков менән Зәйтүнә Бикбулатова, рәссамдар Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, шағир һәм драматург Рафаэль Сафин һәм башҡа сәнғәт эшмәкәрҙәре бар.



