Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә 20 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙамды түләү башланды

Был аҙнала республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә 20 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙамды түләү башланды. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бөгөнгә түләү алыуға 4 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация буйынса саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам биреү тураһындағы Указға Радий Хәбиров 5 декабрҙә ҡул ҡуйғайны. Бынан тыш, махсус операция биләмәләрендәге хәрбиҙәрҙең балалары байрам тамашаларын бушлай ҡарай ала. Шулай уҡ Яңы йылды ваҡытлыса урынлашыу пункттарында ҡаршы алыусы мәжбүри күсенеүселәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ