Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән проект буйынса уҡытыу Радиоэлектроника колледжы менән мәктәптәрҙә асылған «Үҫеш нөктәһе» класстарында алып барыласаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә белеүселәргә йылдан-йыл ихтыяж арта. Өҫтәмә белем алыусылар ҡулдарына тейешле танытмалар һәм сертификат алып сығасаҡ. Был турала төбәк башлығына урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында белдерҙеләр. Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә уҙған саранан Айнур Кәбиров репортажы.
Ҡыш бабай түгел, әммә шулай уҡ былтырғы таныш бабай. Робот республика башлығын «ВорлдСкиллс» милли чемпионаты финалынан алып белә. Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге тәрбиәләнеүселәре роботты ниндәй генә программа менән байытмаһын яҡшы таныштар менән мөғәләмә итеү уның хәтерендә ныҡ һаҡлана.
Әле күптән түгел генә фантастика кеүек тойолған һөнәрҙәр был үҙәктә ысынбарлыҡҡа әйләнә. Быйыл өҫтәмә белем биреү сиктәрендә дрондар идарасыларын да әҙерләй башлағандар. Киләсәктә бында йылына меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараттары белгестәре сығарыласаҡ.
Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге заман талаптарына яуап бирерлек алдынғы белгестәр әҙерләй. Балалар ҙа, заман менән бергә атларға теләгән өлкәндәр һәм үҙҙәре үк балалар уҡытҡан мөғәлимдәр ҙә белемен камиллаштра, яңы һөнәр үҙләштерә ала. Бынан тыш, үҙәк башҡа урта һөнәри белем биреү учреждениеларын координациялау менән дә шөғәлләнә.
Ғөмүмән, барлыҡ урта һөнәри белем биреү учреждениелары ла хәҙер балта һәм бысҡы тоторға өйрәтмәй. Компетенциялар заман талаптарына яраҡлаштырылып яңыра. Шуға күрә туғыҙынсы кластан һуң профессия алырға теләүсе йәштәр ҙә арта, ти уҡытыусылар.
Урта һөнәри белем биреү системаһын камиллаштырыу Радий Хәбировтың колледж һәм училище етәкселәре менән осрашыуҙан һуң йәнләнде. Һөҙөмтә булараҡ үтеп барған йыл һөнәри белем биреүҙе модернизациялау һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Был иһә сиситеманы үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, йылдам һөнәри әҙерлек үҙәктәре Башҡортостанда артасаҡ ҡына. Уларҙың береһе Учалының тау сәнәғәте колледжында урынлашасаҡ. Был иһә белем биреү һәм производствоны берләштереү, эш биреүселәргә әҙер кадрҙар сығарыу өсөн яҡшы алым.
Урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларға ҡарағанда ла күберәк. Һөнәри уҡыу йортон һайлаусылар туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60 процентын тәшкил итә. Был һандар менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел. Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү учреждениеларын камиллаштырыу артабан да дауам итәсәк тип белдерҙе.
Айнур Кәбиров



