Ишембай ҡалаһында Хәйриә марафоны уҙғарылды

Ишембай ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм мобилизацияға эләгеүселәрҙе ҡеүәтләп, Хәйриә марафоны уҙғарылды. Уның сиктәрендә мәҙәниәт һарайында алты сәғәтлек концерт ҡуйылды. Тамашаны ете йөҙҙән ашыу кеше ҡараны.

Фойела Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәрҙең туғандарына төрлө ведомство белгестәре бушлай консультациялар ойошторҙо. Әйткәндәй, урындағы халыҡ хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Берәүҙәр өҫ кейемдәре текһә, икенселәр ойоҡбаштар бәйләй, дарыу, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә. Мәрхәмәтлек сараһында район мәғариф учреждениелары тарафынан ғына ярты миллион һум аҡса йыйып тапшырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ