Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция һәм оҫталыҡ дәресе үтте. Был сара ҡазаға тарыған кешеләргә иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙған категория - ашығыс медицина хеҙмәте, юл-патруль инспекцияһы, ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Сөнки тап уларҙың һөнәри оҫталығына кеше ғүмерҙәре бәйле. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Ашығыс медицина ярҙамы табиптары бөгөн пациенттар урынында. Конференцияла улар өсөн белемдәрен камиллаштырыу, һөнәри оҫталыҡтарын арттырыу, яңы препараттар, заманса ҡоролмалар менән танышыу мөмкинлеге бирелә. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан килгән фельдшер Рауил Мусин әйтеүенсә, уларға йыш ҡына юл-транспорт фажиғәләренә сығырға тура килә. Сөнки ҡала М-5 федераль трассаһы буйында урынлашҡан, авариялар йыш теркәлә. Тәүге ярҙамды дөрөҫ күрһәтеү, ауыртыуҙы кәметеүсе дарыуҙары тәғәйенләү, шок хәленән сығара белеү шарт.
Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында республиканың төрлө төбәктәренән табиптар ҡатнаша. Оҫталыҡ дәрестәрен илдең төрлө төбәктәренән килгән билдәле эксперттар алып бара. Улар дауалау ысулдары хаҡында ла һөйләй, заманса технологиялар менән дә таныштыра.
Табиптар әйтеүенсә, медицина бер урында тормай, яңы, заманса, һөҙөмтәле дауалау алымдары үҙләштерелә. Мәҫәлән, яраға һалыу өсөн ҡулланылған ошо гемостатиктар. Улар ярҙамында ҡанды тиҙ, һанаулы ғына секундтар эсендә туҡтатырға мөмкин.
Йәрәхәтләнгән пациенттарҙы ташыу өсөн ҡоролмалар, еңел-уңайлы медицина кәрәк-яраҡтары. Бөтә Рсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы тәжрибәле олпат табиптар өсөн дә, яңы эш башлаған йәш быуынға ла файҙалы.
Сараның тәүге көнө ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Киләһе көндәрҙә юл-патруль, ҡотҡарыу, янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренең медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемен камиллаштырыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова



