Бөгөн Өфөгә республиканың төрлө райондарының әүҙем йәштәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Улар тиҙҙән Мәскәү ҡалаһында үҙасаҡ «Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте»тенең беренсе сьезына юлланасаҡ. Был хәрәкәт Башҡортостан пионерҙарын, студент отрядтарын, ирекмәндәрҙе - барлыҡ йәмғәт ойошмаларын берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Балалар һәм йәштәр өсөн берҙәм ойошма булдырыу идеяһын «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» ултырышында Севастополь ҡалаһында йәшәүсе уҡыусы тәҡдим итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин был башланғысты хуплай һәм берҙәм хәрәкәттең Күҙәтеү советын етәкләйәсәге тураһында белдерә. «Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте»нең беренсе сьезына ил төбәктәренән бер меңгә яҡын уҡыусы һәм студенттар йыйыласаҡ.






