Мишкә районында үткән тел байрамына төрлө милләт вәкилдәре ҡушылды

Марый, татар, рус, удмурт, сыуаш һәм башҡа халыҡтар башҡорт телендә сығыш яһаны, аралашты. Сарала илһөйәрлек рухындағы шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, башҡорт милли уйындары ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Башҡорт теле көнөнә арналған саралар теҙмәһе йыллдан-йыл киңәйә. Төбәктең төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ҡунаҡтар Мишкә районында башҡорт телендә шиғырҙар уҡып, тарихи-мәҙәни сарала ҡатнашты.

Төбәктә башҡорт теле көнө 14 декабрҙә - шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә. Бай йөкмәткеле сара башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, милләт-ара дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Күп милләттәрҙе берләштергән сарала илһөйәрлек рухындағы шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, башҡорт милли уйындары ойошторолдо. Сағыу тамашанан мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы.

Башҡорт теле көнө республикала күләмле әҙәби-мәҙәни, тарихи саралар менән билдәләнәсәк тип көтөлә. Мәғариф учреждениеларында олимпиадалар, конференциялар, төрлө уҡыуҙар уҙғарыласаҡ, бөтә мәктәптәрҙә «Башҡорт телен яратам!» тип исемләнгән берҙәм дәрес үтәсәк.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ