Өфөлә фольклор менән шөғөлләнеүселәр 1-се төбәк-ара семинарға йыйылды

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ойошторолған семинарға күрше төбәк вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ырымбур, Һамар, Силәбе, Һарытау өлкәһе, Пермь крайынан килгән фольклор коллективтары етәкселәре, сәхнәлә халыҡ инструменттары менән сығыш яһаусы һәүәҫкәр артистар ҡурай уйнау нескәлектәрен башҡорт музыкаһы факультетында өйрәнде.

Гөлсөм Вәлитова Ырымбур өлкәһе Перволоцк районы Ғәбдрәфиҡ ауылынан. Хаҡлы ялға сыҡҡас ул ҡурай уйнай башлаған. Бороңғо башҡорт музыка ҡоралын камил уйнарға өйрәнеп, үҙе лә ейәндәренә өйрәтеп ҡалдырырға теләй. Әле ул Башҡортостандың билдәле ҡурайсыһы Фәиз Шәриповтан ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды, тәжрибә тупланы.

Семинарҙа Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән фольклор менән шөғөлләнеүсе 140 белгес ҡатнашты. Улар өсөн «Башҡорт уйын фольклоры», композициялар төҙөү, «Нардуған» йола уйынын үткәреү буйынса практик дәрестәр ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ