Республика Башлығы Радий Хәбиров Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ул 2019 йылдан эшләй. Бында хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған яңы һөнәрҙәргә уҡыталар. Быйыл 2 мең 500-ҙән ашыу кеше төрлө курстар үткән. Ошо көндәрҙә үҙәк башланғысы менән коллежд студенттарын пилотһыҙ осҡан объекттар менән идара итеү һөнәренә уҡыта башланылар. Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гәүһәр Ғәлиева һөйләй.
Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, республика мәктәптәрендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә 5 меңдән ашыу уҡыусы пилотһыҙ осҡан объекттар менән идара итергә өйрәнә.




