Бөгөн Ишембай ҡалаһында Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатында Ноғман Мусин уҡыуҙары башланды. “УҡыусыларБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ижады менән яҡындан таныша”, ти педагог Фаягөл Әмирханова.
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ла байрам рухы. “Уҡыусылар класс сәғәттәрендә, асыҡ дәрестәрҙә телебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында фекер алыша”, ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаева.







