Республика Хөкүмәте ултырышында медицина ярҙамы сифатын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Яман шеш менән көрәш программаһы ярашлы, ҡаты сирҙе иртәрәк асыҡлау бурысы ҡуйыла. Быйыл 11 меңдән ашыу кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Табиптар сирҙе иртәрәк асыҡлай һәм тейешле дауа бирә. Бының өсөн дауаханалар кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.




