“Өфө-Арена” янында бушлай һырғалаҡ асылды. Ул спорт комплексы эсендәге хоккей ҡумтаһы булараҡ яһалған. Майҙансыҡ янында кейенеп-сисенеү бүлмәһе бар, каток иртәге 10-дан киске 10-ға тиклем эшләй. Өфөлә халыҡ өсөн 31 һырғалаҡ йыһазландырыла, 90 хоккей ҡумтаһы булдырыла. Ағиҙел яры буйында 1 километр оҙонлоҡтағы каток яһала.




