Ил парламенты, депутаты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе.
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһай. Сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, йәмәғәт ойошмаһы 2023 йылды Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан итә.







