Бөгөн республикала башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам төбәктә 2019 йылдан алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса ойошторола. Башҡорт теле көнө уңайынан төбәк етәксеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды, һәләтле студенттарға Аҡмулла стипендияһы таныҡлығын тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Башҡорт дәүләт педагогия универститетында белем алыусы Айгүзәл Мортаева Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиат исеменә лайыҡ булды. Буласаҡ уҡытыусыларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған байрам сараһында уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән һәләтле йәштәр бүләкләнде.
Башҡорт теле көнөн билдәләү төбәктә күркәм йолаға әүерелгән әҙәби-мәҙәни сараларҙың береһе. Байрам уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалынды, башҡорт телен һаҡлауҙың дәүләт кимәлендәге әһәмиәтле мәсьәлә булыуы билдәләнде. Төбәк етәксеһе республика халҡын башҡорт теле көнө менән ҡотланы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Халыҡ-ара «Аҡмулла диктанты» акцияһы, «Аҡмулла һүҙе» республика конкурсы ойошторола. Башҡорт теле көнө барлыҡ район-ҡалаларҙа ла телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән программа буйынса уҙғарыла.
Флорида Ким



