Илдең баш ҡалаһында «Башҡорт теле - күңел көҙгөһө» тип исемләнгән байрам үтте. Кисәне Башҡорт этно-мәҙәни клубы Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм урындағы башҡорттар Ҡоролтайы менән берлектә ойошторҙо. Программаға ярашлы, ҡунаҡтарға башҡорт телендә заманса йәнһүрәттәр күрһәтелде. Шулай уҡ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре викторинала ҡатнашты. Үҫеп килгән быуын тамашасыларҙы йыр-бейеүҙәре, ҡурай, ҡубыҙҙа оҫта уйнауҙары менән һөйөндөрҙө.



