Асыҡ дәрестәр, төрлө саралар ойошторола. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә айлыҡ ойошҡанлы үтә. Унда үткәрелгән асыҡ дәрестә БЮТ ижади төркөмө ҡатнашты.
Зөлхизә Ирғәлина Мифтахетдин аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты филология факультетының 5 курсында уҡый.Икенсе мәктәптә дәүләт практикаһын үтә. Буласаҡ педагог әле үк үҙ эшенә яуаплы ҡарай, уҡыусылар менән уртаҡ тел тиҙ тапҡан. 9 Б класы менән Аҡмулла ижадына йомғаҡлау дәресе «Алтын тирмә» уйыны формаһында үтте. Уҡыусыларҙың әүҙемлегенән уларҙың башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуын, әҙәбиәт дәресен яҡшы белеүҙәрен күҙаллап була.
Уйында класс «Салауат тоҡомдары», «Баймаҡ- ҡаймаҡ» командаларына бүленде. Өс турҙан торған ярышта уҡыусылар Башҡортостандың райондары, ер‐һыу атамалары буйынса белемдәрен тикшерҙе, М. Аҡмулланың ижады буйынса һорауҙарға яуап бирҙе һәм тиҙлеккә башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен төҙөнө. Капитандар ярышында бер хәрефтән торған һөйләмдән хикәйә төҙөп тел байлыҡтарында күрһәтте.
Теле барҙың‐иле бар. Балалар мәктәптә генә түгел, өйҙә лә үҙ телендә аралашһын. Илгә,телгә булған һөйөү ул ғаиләнән башлана. Быуаттар төпкөлөнән бөгөнгәсә килеп еткән телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫеп килгән быуынға бар нескәлектәре менән тапшырыу беҙҙең бурыс.



