Ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлап. Хәйбулла районы Иләс ауылы мәҙәниәт йортонда «Иң гүзәл зат ерҙә - әсә ул» тип исемләнгән байрамға күп балалы әсәләр, йәмәғәт алдынғылары, ҡул эштәре оҫталары, ағинәйҙәр саҡырылды. Улар үҙ тормош тәжрибәһе, донъя көтөү серҙәре менән уртаҡлашты.
Күләмле сара «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә уҙғарылды. Хәниә Ишбулдина - Иләс ауылында йәшәүсе күп балалы әсәләрҙең береһе. Тормош иптәше менән ханым 11 бала тәрбиәләп үҫтереп, әлеге мәлдә уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй.



