Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Йыл һайын үткәрелгән иҡтисади ваҡиға быйыл өс меңдән ашыу кешене: власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерҙе. Юбилей форумында 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, 20-нән ашыу илдән халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәге спикерҙар сығыш яһай. Быйылғы форумда 55 килешеү төҙөү күҙаллана, уларҙың 25-е инвестиция буйынса. Йылдың төп иҡтисад форумынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфө форумы ойоштороу кимәле буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург, Ялта иҡтисад форумдарынан ҡалшымай. Сарала сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡеүәтле компаниялар, билдәле эксперттар ҡатнаша. Халыҡ-ара бизнес аҙналығының быйылғы партнеры Беларусь Республикаһы, былтыр Ҡаҙағстан ине.

Форум фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөү майҙаны. Санкт Петербург ҡалаһынан килгән Ҡыям Ҡормаҡаев ювелир магазиндары хужаһы, эшҡыуар Башҡортостанда үҙенең сауҙа үҙәктәрен асырға ниәтләй.

Форум сиктәрендә тиҫтәгә яҡын секция эшләй, уларҙың темалары төрлөсә. Һанлы технологияларға, сәнәғәт предприятиеларына ҙур иғтибар бирелә. Радий Хәбиров форум сиктәрендә химия сәнәғәтенә арналған төп ултырышта ҡатнашты. Республика иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ, хәйриә эшмәкәрлеге өсөн ҙур рәхмәт, тине Башҡортостан Башлығы.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы хеҙмәттәшлек килешеүҙәре менән әһәмиәтле, был документтар оҙайлы эшмәкәрлеккә нигеҙ һала. Мәҫәлән, «Рәсәй терәге» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Тәүге көндә ҡул ҡуйылған төп документ иһә Өфөлә халыҡ ара кампус төҙөү буйынса концессия килешеүе. Эталон компанияһы төркөмө ошо мөһим объектты сафҡа индереүҙә ҡатнашырға ниәтләй. Контракттың күләме - 27 миллиард һумға яҡын.

Форумда ҡатнашыусылар алдағы ике көндә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡороу, Рәсәйҙең яңы иҡтисади йүнәлештәрен билдәләү буйынса фекер алышырға ниәтләй. Эксперттар фекеренсә, халыҡ-ара бизнес аҙналығы яңы мөмкинлектәргә юл аса.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы өс көн буйы дауам итә, һәр көнө айырым тематикаға бағышланған. Сара сиктәрендә 55 хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Уларҙың 25-е инвестиция документы. Ошо килешеүҙәр мең ярым тирәһе яңы эш урыны асыр тип күҙаллана. Инвестициялар үҙ сиратында фән һәм технологияларҙы үҫтереүгә, социаль объекттар төҙөлөшөнә, логистика үҙәктәре асыуға йүнәлтелә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ