Башҡорт теле көнө республикала һәм унан ситтә лә миләттәштәр тарафынан киң билдәләнә. Туған телебеҙҙе үҫтереү, йәш быуында уға ҡарата һөйөү уятыусы саралар хаҡында киләһе яҙмала.
Башҡорт теле аҙналығы Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында киң билдәләнә. Бөгөн Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары урындағы «Ашҡаҙар» гәзите хәбәрселәре менән аралашты. Ижади майҙансыҡ сиктәрендә буласаҡ журналистар милли матбуғатта эшләү нескәләктәренә төшөндө. Шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге музейҙа асыҡ ишектәр көнө үтте. Унда буласаҡ абитуриенттар, университет студенттары яҙыусының ижады, тормош юлы, әҫәрҙәрҙәре менән яҡындан танышты.
Иглин районында «Ер һүҙе / Онлайн 2.0» халыҡ-ара һанлы мәғариф проекты финалистарының эштәре күрһәтелде. Гөлшат Ибәтова, Лариса Якутчик һәм Иршат Миңлехановтың ҡыҫҡа метражлы фильмдары башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү хаҡында.
Уҡытыусылар милли биҙәүестәр, уларҙың тарихы, әһәмиәте тураһында һөйләне, уҡыусылар башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейене.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия- интернатында башҡорт теле көнө уңайынан аҙналыҡ үтә.
Дәрестәр башҡорт телендә шиғыр ятлау, башҡортса уҡылған әҫәрҙәр буйынса фекер алышыуға ҡорола. Гимназияла телде уҡытыуға, уға һөйөү уятыуға ҙур иғтибар бирелә.
Илдең баш ҡалаһында «Башҡорт теле - күңел көҙгөһө» тип исемләнгән байрам уҙҙы. Кисәне Башҡорт этно-мәҙәни клубы Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм урындағы башҡорттар Ҡоролтайы менән берлектә ойошторҙо. Программаға ярашлы, ҡунаҡтарға башҡорт телендә заманса йәнһүрәттәр күрһәтелде. Шулай уҡ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре викторинала ҡатнашты. Үҫеп килгән быуын тамашасыларҙы йыр-бейеүҙәре, ҡурай, ҡубыҙҙа оҫта уйнауҙары менән һөйөндөрҙө.
Рәмилә Исмәғилева



