Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2023 йыл Фән һәм Мәғрифәт йылы тип иғлан ителде

Был турала бөгөн ойошманың Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылын йомғаҡлау сараһында билдәләп үтте. Сара сиктәрендә Өфөлә «Ижади майҙан» проекты ла тормошҡа ашырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Рухи-әхлаҡи тәрбиә» майҙансығына мәғариф учреждениеларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре саҡырылғайны. Өлкәндәр баланы шәхес итеп тәрбиәләү буйынса психологик тренинг үтте. Республикала һәр уҡыусы туған телде өйрәнеү хоҡуғына эйә. Ошо маҡсатта бушлай юридик консультация ла ойошторолдо.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан иткәйне. Уның сиктәрендә «Ижади майҙан» проекты тормошҡа ашырылды. Сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре муниципалитеттарға сығып, ижад кешеләре менән осрашты, семинар-оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Өфөләге йомғаҡлаусы сарала «Ғаиләлә һәм мәктәптә патриотик тәрбиә» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Шулай уҡ баш ҡалалағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистары башҡорт халҡының стратегик үҫеше, урындағы Ҡоролтай эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе.

Туған телде, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа милләтебеҙ тотҡаһы - Ҡоролтайҙар ныҡлы терәк. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһалғанда, иң яҡшы йәмәғәт ойошмалары билдәләнде. Был йүнәлештә Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары, Дыуан, Йәрмәкәй, Туймазы райондары, Һамар һәм Силәбе өлкәләре, Пермь крайында уңышлы эш алып барыла.

Республикала туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар бүленә.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк». Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла шиғыры бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан киләһе йыл Фән һәм Мәғрифәт йылы тип иғлан итте. Көслө мәғариф системаһы булдырыу төп маҡсаттарҙың береһе.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ