Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Республика Хөкүмәте һәм “Эталон” төркөмө араһында концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Студент ҡаласығы дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы нигеҙендә төҙөлә. Кампус 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, проект республикала юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусын төҙөү ике өлөштән тора. Беренсеһе – IQ-парк бинаһын реконструкциялау. Ул киләһе йылдың декабрендә асылырға тейеш. Икенсе сиратта студент ҡаласығы төҙөлә. Бында ятаҡханалар, фәнни-мәғариф үҙәге, лабораториялар була.




