Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай йыйынтыҡ сығарҙы. Ижадсының киң билдәле әҫәре рус, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
“Рәми Ғариповтың шиғыры телебеҙҙе данлай. Хәҙер башҡорт шағирының әҫәрен башҡа милләт кешеләре лә уҡый ала. Ул бөтә телдәрҙә лә бик матур яңғырай”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2023 йылды Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан итте.







