Радий Хәбиров: “Ғәҙеллек беҙҙең яҡта!

"Беҙҙә ата-бабаларҙан ҡалған аманат – Ватанға һөйөү, ил һағына баҫырға әҙерлек кеүек рухи көс бар”. Республика Башлығы республика парламентына мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. “Беҙ һынылышлы дәүерҙә йәшәйбеҙ. Глобаль донъяла тәртип үҙгәрә, коллектив Көнбайышҡа асыҡтан-асыҡ ҡаршы тороу бара. Рәсәйгә көслө баҫым яһала, тиңе булмаған санкциялар индерелә. Әммә беҙ ауырлыҡтарға лайыҡлы ҡаршы торабыҙ”, - тине Радий Хәбиров. 

Радий Хәбиров: “Ғәҙеллек беҙҙең яҡта!

Бөгөн Рәсәй хәрбиҙәре ил мәнфәғәтен яҡлай, нацизмға ҡаршы тора. Улар араһында Башҡортостан егеттәре – меңләгән мобилизацияланыусы, ирекмән яугирҙәр, башҡорт батальондары һалдаттары бар. Киләһе аҙнала республика Салауат Юлаев исемендәге батальонды махсус операция биләмәһенә оҙата. “Яҡташтарыбыҙ ысын геройҙар”, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: “Ғәҙеллек беҙҙең яҡта!

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары ла булды. Республика Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алырға тәҡдим итте. Башҡортостанда хәрбиҙәр ғаиләһенә 30-ҙан ашыу төр ярҙам ҡаралған. Яңы йылға тиклем мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум аҡса түләнә. Башҡортостан Донбасс халҡына даими ярҙам итеп тора. Радий Хәбиров был төбәккә тиҫтәләгән гуманитар ылау, халыҡ тырышлығы менән тупланған бик күп посылкалар оҙатылыуы тураһында белдерҙе. Республика эвакуацияланған ғаиләләрҙе ҡабул итте. Беҙҙең табиптар бөгөн дә Донбаста изге вахтала тора, тине Башҡортостан етәксеһе.

Фото №1 - Радий  Хәбиров: “Ғәҙеллек беҙҙең яҡта!
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ