Башҡортостанда киләһе йыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһендә белдерҙе.
“Республика бөгөнгө шарттарҙа берләшә алды. Башҡортостан Рәсәйҙең ныҡлы терәге. Бөгөн халыҡта илһөрәклек рухы көслө. Башҡарылған бөтә эштәр һөҙөмтә алыуға йүнәлтелгән. Бөгөн Радий Хәбиров халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарға төплө яуап бирҙе”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина.
Башҡортостан Башлығының сығышы ярты сәғәттән ашыу барҙы. “Бер фекерҙә һәм эштә берҙәм булһаҡ, мотлаҡ еңербеҙ. Мин һеҙгә ышаным, яҡташтар. Рухлы, көслө, берҙәм булайыҡ”, - тип тамамланы телмәрен Радий Хәбиров.







