Радий Хәбиров: “Төп бурыс – иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү”

 Башҡортостан башлығы республика парламентына мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе.  Былтыр сәнәғәт 8, быйыл 2,5 процентҡа үҫешкән. Республика ике йыл рәттән илдең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу рейтингында беренсе урын ала. 

Радий Хәбиров: “Төп бурыс – иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү”

Радий Хәбиров импортты уңышлы алыштырған предприятиеларҙы атаны. Улар араһында Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы, “Ростех” составына ҡараған компаниялар, пружина заводы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе бар. “Республикала мебель, авиация, машина эшләү кластерҙары булдырылды. Улар федераль реестрға индерелде. Шулай уҡ сәнәғәт кластеры барлыҡҡа килде”, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: “Төп бурыс – иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү”

Быйыл республикала еңел сәнәғәт үҫеше өсөн 158 миллион, урман эшкәртеү тармағына – 40, халыҡ кәсептәренә – 8 миллион һум бүленгән. “Хөкүмәткә был программаларҙы һаҡлау һәм улар өсөн бүленгән сумманы арттырыу бурысын ҡуям. Киләһе йылда инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн техника етештереү һәм солоҡсолоҡҡа ярҙам буйынса ике программа эшләй башлай”, - тине Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Радий Хәбиров: “Төп бурыс – иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү”
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ