Башҡортостан яңы партнерҙар эҙләй

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһендә Радий Хәбиров республикаға һалынған инвестицияларҙы кәметмәҫкә ҡушты. Башҡортостан илдең инвестиция рейтингында тәүге баҫҡыстарҙа торған биш төбәк араһына инә. “Беҙҙең команда бер ишектәр ябылһа, икенсе мөмкинлектәр эҙләй”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан яңы партнерҙар эҙләй

Радий Хәбиров бөгөнгө сығышында ла инвесторҙарҙы “Алға” биләмәһенә саҡырҙы. Әлегә унда буш ер участкалары булыуы тураһында әйтте. Былтыр республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше – 28, быйыл туғыҙ айҙа – 13 ярым процентҡа артҡан. “Сеймал түгел, әҙер продукция һатып алған илдәр күбәйә”, - тине республика етәксеһе.  Башҡортостан Беларусь менән иҡтисади, гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Киләһе йылда Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы ойошторола. “Хөкүмәт унынсы конгресҡа әҙерләнергә һәм уны лайыҡлы үткәрергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан яңы партнерҙар эҙләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ