Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа сираттағы мөрәжәғатнәмәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеү темаһынан башланды. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Владимир Путин осоронда Рәсәй йәнә бөйөк держава булараҡ нығынды. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек үк әле лә беҙҙең яугирҙар нацизм менән көрәшә.
Донбаста әле Башҡортостанда тупланған ике хәрби берәмек- Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Достовалов Батальондары алыша. Яңы йылға тиклем махсус хәрби операция биләмәһенә Салауат Юлаев батальоны юлға сыға. Алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан яугирҙарына тотош республика ярҙам итә. Донбасҡа даими гуманитар ылауҙар оҙатыла. Ватан һаҡсыларының тылы ныҡ, уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелә.
Йыллыҡ мөрәжәғәтнаме 40 минуттан ашыу дауам иттә. Телмәрендә Республика башлығы төрлө өлкәләр, шул иҫәптән иҡтисад, мәғариф, төҙөлөш, медицина, балаларға ярҙам күрһәтеү, ауыл хужалығы һәм сәнәғәтте үҫтереү темаларына ҡағылды.



