Ошонда уҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы рухи-мәғрифәтселек үҙәге лә ойошторған. Иман йортон асыу тантанаһы Башҡортостандың элекке Эске эштәр министрлығы етәксеһе Әнәс Хәсәновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Ауыл халҡы арҙаҡлы яҡташтары иҫтәлегенә мәсеткә лә уның исемен ҡушҡан.
Ауылдаштарҙың уртаҡ көсө менән күтәрелгән иман йортон асыу тантанаһында шәхестең хеҙмәттәштәре лә ҡатнашты, сараны Эске эштәр министрлығы оркестры сығышы биҙәне. Ошо уҡ көндө сарала ҡатнашыусылар генералдың Өфөләге мосолмандар зыяратындағы ҡәберенә сәскә һалды.



