Һәр хәлле кеше үҙ тыуған еренә, кесе ватанына ярҙам иткәндә ҙур алға китеш буласаҡ, тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә. Ғөмүмән, республика башлығы сығышы хеҙмәт кешеһе, эшсе көстәрҙең абруйын арттырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм эш урындары булдырыуға арнылды. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн хөкүмәт һәм парламент алдында аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Киләһе йылдарға республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә ҡоролған документты халыҡҡа еткереү сараһын Айнур Кәбиров та күҙәтте.
Депутаттар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр һәм сәнғәт әһелдәре. Йылына бер тапҡыр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы йәшәйештең барлыҡ тармағында хеҙмәт итеүселәрҙе туплай. Уларҙың маҡсаты республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен халыҡҡа еткереү, тормошҡа ашырыу. Әйткәндәй, мөрәжәғәт быйыл үҙе лә тупланыу, берҙәмлек , тыуған илгә һөйөү төшөнсәләренә ҡоролған.
Илебеҙ ябай булмаған осорҙа йәшәй. Һынылышлы йылдар халыҡты ла һынай. Мөрәжәғәтнамә иғлан итеү тарихында ла быға тиклем һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителгәне юҡ ине. Әммә тормош дауам итә һәм ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, республиканы алға әйҙәү беҙҙең төп бурыс , тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамә берҙән үткән йылға йомғаҡ яһау булһа, шулай ҙа тәү сиратта алдағы йылдарға иҫәпләнгән сәйәси-хоҡуҡи документ, төбәк башлығының үҫеш йүнәлешен билдәләү сараһы булып тора. Сәнәғәт өлкәһе үҫешен Радий Хәбиров кооперацияла күрә. Тап ошо ысул көнбайыштың санкция баҫымын еңергә һәм яңы баҙар табыу мөмкинлеге бирәсәк. Ауыл хужалығында иһә бурыстар тағы ла амбициоз. 4 миллион тонна ашлыҡ йыл да ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш. Баҫым малсылыҡ тармағына, ә майҙандарҙың бер генә гектары ла сәселмәй ҡалырға тейеш түгел.
Мөрәжәғәтнамә сәйәси, иҡтисади , идеологик характерҙағы күрһәтмәләр менән бер рәттән аныҡ бурыстарға ла ҡоролған. Радий Хәбиров үҙ сығышында бүленергә тейеш асыҡ һандарҙы ла атаны. Аҡсалар башлыса райондарға, социаль өлкәгә йүнәлтелә.
Ғәҙәттә мөрәжәғәтнамәлә ҡушам, үтәүҙе һорайым тигән һүҙҙәр генә яңғыраһа, был юлы Радий Хәбиров вәғәҙә лә бирҙе. Күрәһең көнъяҡ райондарҙа йәшәүселәрҙең юлдар торошона зарланыуҙары үҙәккә үткән һәм мәсьәлә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә.
Ауыл ерендә эшләүсе уҡытыусыларға ла һөйөнөслө хәбәр. Республика башлығы йәш мөғәлимдәргә тәғәйенләнгән грант һанын 150 гә еткерергә ҡушты. Уҡытыусы абруйы, ғөмүмән хеҙмәт кешеһе абруйы үҫергә тейеш. Эшсе һөнәрҙәргә почет һәм ихтирам , тине төбәк етәксеһе.
Хаҡлы ялдағылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Социаль туризм өлкәһендәге программаға ярашлы, быйыл ун мең кеше ял итһә, киләһе йыл улар һанын егерме меңгә еткереү ҡушылды. Был категория граждандар яҡлауға мохтаж һәм уларҙың йәшәү кимәленә йоғонто яһаған уйланылмаған аҙымдар булырға тейеш түгел. Радий Хәбиров капиталь ремонтҡа тарифтарҙы арттырыу урынһыҙ, тине.
Республика башлығының быйылғы сығышы аныҡ эштәргә һәм үҫеш йүнәлешенә ҡоролғайны. Документты һәр тармаҡ тармаҡ белгесе өсөн өҫтәл китабы, башҡараһы эштәр исемлеге итеп тә баҫтырырға мөмкин.
Хәйер ҡушылған эштәр байтаҡ. Радий Хәбиров хөкүмәт ағзалары һәм парламентҡа ун алты тапҡыр ҡушам һәм һорайым тип өндәште. Мөрәжәғәтнамә хоҡуҡи документ түгел, әммә башҡарма һәм закондар сығарыу власы уға иғтибар итмәй ҡалмай. Артабан тап ошо мөрәжәғәтнамәгә нигеҙләнеп республика тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән указ һәм программалар, ҡануниәт барлыҡҡа киләсәк.
Айнур Кәбиров



