Шаран районы Дүртөйлө урта мәктәбе уҡыусылары мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылған ауылдаштары менән осрашты.
Ике ай дауамында хәрби әҙерлек үткәндән һуң, яугир ҡыҫҡа ваҡытҡа яҡындары янына ялға ҡайтҡан. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙе белем алған мәктәптә булырға ла ваҡыт тапты һәм кескәй яҡташтары менән әңгәмәлә йәш быуынды тырышып уҡырға һәм спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Буласаҡ Ватан һаҡсыларының рухи донъяһы бай, үҙҙәре физик яҡтан ныҡ булырға тейеш тип белдерҙе.



