Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында студент конструктор бюролары асылды

Илдең дүрт эре предприятиеһы менән килешеү нигеҙендә булдырылған бюрола студенттар инновацион автомобилдәр төҙөү буйынса фәнни эш алып барасаҡ. «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбенә ҡараған бюро һәм лабораториялар быйыл йәй үҙ эшен башлаған.

Юғары квалификациялы инженерҙар үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған мәктәп федераль проект сиктәрендә эшләй. Был Башҡортостанда асылған беренсе инженерҙар мәктәбе, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында тағы ла 30 инженерҙар мәктәбе булдырылған. Уларҙы финанслауға дәүләт ҡаҙнаһынан 37 миллиард һәм күләмендә аҡса бүленгән.

Студенттар бюрола рәсми эшкә урынлаша һәм эш хаҡы ала, улар киләсәктә ошо предприиятеларға эшкә урынлаша аласаҡ. Бюрола электр машиналарын камиллаштырыу буйынса проекттар менән эшләйҙәр. Студенттарға -тәжрибә, предприятиеларға -белемле эшселәр.

Тимур Йосопов, Студент конструктор бюроһы етәксеһе

Өфө фән һәм технологиялар университетында электр машиналары буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Сара электромеханика кафедраһы юбилейы уңайынан ойошторолдо. Конференцияға илдең төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу электр машиналары өлкәһе белгестәре, юғары уҡыу йорттары фәнни хеҙмәткәрҙәре, сәнәғәт предприятелары эксперттары йыйылды. Улар илдә тармаҡ үҫешенә бәйле һорауҙар, киләсәк хаҡында һөйләште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ