Республика балалар клиник дауаханаһында кескәйҙәр хирургтары ҡатнашлығында фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сара медицина фәндәре докторы, профессор Айытбай Ғүмәровтың 80 йыллыҡ юбилейына арналды. Күренекле табип һәм ғалим етәкселегендә 10 докторлыҡ һәм 40-тан ашыу кандидатлыҡ эше яҡланған. Сарауа йыйылған профессорҙар, доценттар, академиктар һәм йәш белгестәр араһында юбилярҙың уҡыусылары ла байтаҡ ине.
Айытбай Ғүмәров балаларҙың күкрәк ситлеге һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында заманса ысулдар уйлап табыусы булараҡ билдәле. Уның медицина үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Конференция барышында төбәктең иң яҡшы балалар хирургы оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.



