Туған телгә һөйөү ғаиләнән башланырға тейеш

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында йәшәүсе Туйгилдиндар шундай фекерҙә.

Улар билдәләүенсә, йәш быуын ғаиләлә алған белемде артабан дуҫтары менән аралашҡанда, балалар баҡсаһы һәм мәктәптә камиллаштыра аласаҡ. Рухлы балалар тәрбиәләгән ғаилә башҡорт теленә һөйөүҙе милли кеймдәр һәм музыка ҡоралдары аша уята. Ҡыҙҙары Эльмина ҡумыҙҙа уйнаһа, улдары Румир ҡурайҙа өҙҙөрә. Ғаилә ансамбле Бөтә Рәсәй конкурстарында ла ҡатнаша.

Туған телендә һөйләшкән бала - бәхетле бала, ти халыҡ. Сөнки ул туған телендә аралаша, халыҡ араһында йәшәй, милли йолаларҙа тәрбиәләнә. Тап шуның өсөн дә Айыусы ауылы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә йәш быуынды милли рухта тәрбиәләргә тырыша. Бының өсөн улар мәктәпкәсә йәштәге учреждениела башҡорт мөхите булдырған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ