Республика Башлығы янындағы физкультура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырышында ошо турала белдерелде. Унда Башҡортостан етәкселеге, Дума депутаттары, билдәле спортсылары һәм тренерҙар ҡатнашты. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда яңы объекттар төҙөлөшө күләмле спорт үҫеше өсөн дә этәргес булырға тейеш.







