Депутаттар, ғалимдар, билдәле йәмәғәтселәр фекеренсә, республика башлығы ҡуйған барлыҡ бурыстарҙың һөҙөмтәһе буласаҡ. Сөнки улар, тәү сиратта, берҙәм республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Республикала илһөйәрлек рухы көслө, ысын геройҙар төбәге. Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостандан үҙ ирке менән Ватан һағына баҫыусылар күп булды. Рәсәй геройҙары Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары бөгөн Донбасс төбәктәрендә тыныслыҡ булдырһа, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәгеһе оло юлға сығыр алдынан хәрби әҙерлек үтә.
Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына ныҡлы терәк булыуҙы шәхси бурыс тип иҫәпләй. Был йүнәлештә идара итеү командаһы уңышлы эш алып бара. Гуманитар ылау йыйыу буйынса логистика үҙәге булдырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ҡатындары, балаларына утыҙҙан ашыу ярҙам сараһы ҡабул ителде. Төбәк түләүҙәре индерелде.
Коллектив Көнбайыштың тиңһеҙ баҫымы көслө булыуға ҡарамаҫтан, республика сәнәғәте үҫеш юлында. Башҡортостан ике йыл рәттән Рәсәйҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урында. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһендә сәнәғәтте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Һәр яңы предприятие, яңы цех һәм станок халыҡтың йәшәйешен үҫтереү йүнәлешендә эшләй. 2023 йылда Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фондына финанс ярҙамды 200 миллион һумға арттыра.
Киләһе йыл инвалидтарға реабилитация буйынса техник сараларҙы етештереү һәм түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү буйынса яңы программалар эшләй башлай. Һуңғыһы буйынса, сәнәғәт үҫешмәгән райондарҙа ҡортсолоҡтоң был йүнәлештәрен көсәйтеү ҡаралған. Субсидия алыуҙың төп шарты - башҡорт бал ҡорто булырға тейеш. Белгестәр программаның ваҡытында ҡабул ителеүен билдәләй.
Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция рейтингында тәүге биш төбәк исемлегендә. Коронавирус пандемияһы, санкцияларға ҡарамай иҡтисадты үҫтере ү эше дауам итә. Һуңғы өс йылда ғына инвестициялар күләме 31 процентҡа артҡан. Белгестәр билдәләүенсә, тышҡы сауҙа әйләнеше, экспорт та үҫеш юлында.
Мәғариф өлкәһе лә иғтибар үҙәгендә. Һуңғы дүрт йылда республикала 32 мәктәп һәм 59 балалар баҡсаһы төҙөлгән, реконструкция үткән. Федераль программа ярҙамында, алдағы ике йыл эсендә 140 белем усағында капитальт ремонт ойоштороуға 6 миллиард ярым һум аҡса йүнәлтелә.
Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш милли рейтингында ла алдынғы биш төбәк исемлегенә инде. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә ун алты миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. 2030 йылға Өфө фән һәм технологиялар университеты амбизициоз үҫеш күрһәткестәренә сығырға тейеш - илле мең студент, өс меңдән ашыу уҡытыусы һәм ғалим. Вуз-ара студенттар кампусының тәүге объекты - IQ-парк бер йылдан эшләй башлай. Күләмле проект 2026 йылға тулыһынса тормошҡа ашырылырға тейеш.
Республика башлығының мөрәжәғәтнәмәһе республиканың үҫеш йүнәлешен билдәләне. Ҡуйылған маҡсаттарҙы ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырыу төрлө министрлыҡ-ведомстволар, депутаттар корпусы ҡарамағында.
Гөлназ Хәйбуллина



