Башҡортостанда «Университет импульсы» проектында еңеүселәр бүләкләнде

Өфө вуздарында белем алыусы йәштәр тәҡдим ителгән проекттарын киләһе йылға ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Студенттар экология, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, коммуникация, патриотик тәрбиә һәм башҡа йүнәлештәрҙә проект яҡлап финанслауға өлгәште.

Студенттарға ярҙам программаһы Евразия фән һәм мәғариф үҙәге тарафынан бойомға ашырылды. Республиканың төрлө вуздарынан ҡабул ителгән 400 заявка араһында 32 проект еңеүсе тип табылған. Студенттарҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн 7 млн һум аҡса йүнәлтелде.

Евразия фән һәм мәғариф үҙәгендә уҡыуҙан тыш мәсьәләләргә арналған күләмле проект уңыш ҡаҙанды. Башҡортостанда белем алған 100 мең студент араһында алдынғы ҡарашлы, һәләтле йәштәр байтаҡ һәм уларҙың башланғыстарын финанслау артабан да дауам итер тип ышанам. Студенттар төбәк өсөн кәрәкле проекттар менән сығыш яһаны.

Руслан Ҡазыханов, Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ