Республикала халыҡ төбәк һәм муниципаль юлдар торошона зарлана. Радий Хәбиров Башҡортостан парламентына мөрәжәғәтендә ошо турала белдерҙе. Юл инфраструктураһын нығытыу айырым иғтибар талап итә, тине ул.
Радий Хәбиров киләһе йылда яҙ “Сибай – Аҡъяр” автомобиль юлында ремонт башланыуы хаҡында хәбәр итте. “Беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ. Бөтә район халҡы менән шатланам”, - ти Хәйбула район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
“Сибай – Аҡъяр” автомобиль юлын төҙөкләндереүҙе 2024 йылда тамамлау ҡарала.







