Башҡортостан Конституция советы составы раҫланды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында депутаттар Республика Башлығы тәҡдим иткән кандидатуралар өсөн  тауыш бирҙе. Конституция советын Хәйҙәр Вәлиев етәкләй. Ул әле Конституция суды рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Конституция советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында судъя Владимир Крылов була. Секретарь вәкәләттәрен Республика Башлығы янындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы проректоры Светлана Сафина башҡара. Конституция суды бөтөрөлә, уның функцияларын өлөшләтә Конституция советы ала. Яңы орган республика парламентында янында булдырыла, 1 ғинуарҙан эш башлай.

Фото №1 - Башҡортостан Конституция советы составы раҫланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ