Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан шопинг һәм ял, сауҙа-күңел асыу үҙәгендә Яңы йыл алды ташламалар осоро башланды.
«Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә - яңы йыл алды кәйефе. Был ваҡиғаға бөтә магазиндар ҙа әҙер. Һәр береһе ҙур ташламалы бүләктәр тәҡдим итә. Үҙәктең сағыу итеп биҙәлеүе йылдың төп байрамы кәйефен тойорға ярҙам итә.
«Планета»ла яҡындарыңа һәм туғандарыңа бүләк эҙләү өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Дөрөҫөрәге, уны һайлауы ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Сөнки ассортимент бик бай - мәҫәлән, «Глория Джинс» ғаилә кейемдәре магазинында дизайнер Александр Богдановтың авторлыҡ коллекцияһы, затлы алтын-көмөш биҙәүестәр, көнкүреш техникаһы, электроника тауарҙары һәм башҡалар... Иң мөһиме бөтә тауарҙарға ла 80 процентҡа тиклем ташлама!
Ә «Планета»ның төрлө номиналдағы сертификаты үҙе бер матур бүләк була ала. Яңы йыл алды ташламалары әле ҡыҙа ғына. Кәрәкле тауарҙы бер урындан, яҡшы ташлама менән һатып алыу мөмкинлеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ.






