Башҡортостан һәм “Динамо” спорт йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө

Республика Башлығы Радий Хәбиров ойошма рәйесе Анатолий Гулевский менән осрашты. Унда физик культура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала “Динамо” спорт йәмғиәте уңышлы эшләй. Быйыл Бөтә Рәсәй ярыштарында егеттәр һәм ҡыҙҙар беренсе урын алды. Анатолий Гулевский билдәләүенсә, Башҡортостанда спортты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған һәм ул артабанғы ныҡлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан һәм “Динамо” спорт йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ