2023 йыл "Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы" тип иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шул турала указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылды һәм көсөнә инде. Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты составы һәм саралар планын раҫлау бурысы ҡуйыла. Район һәм ҡала хакимиәттәренә лә урындарҙа ойоштороу комитеттары булдырыу тәҡдим ителә.Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һәр кемдә Кесе Ватаны өсөн изгелек ҡылыу теләге бар. Бөтәһе лә бындай эшкә тотонһа, һөҙөмтәһе бик яҡшы буласаҡ. Парламент депутаты Әлфис Ғаязов фекеренсә, һәр кем атайсалы үҫешенә ярҙам итергә тейеш.

2023 йыл "Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы" тип иғлан ителде
Фото №1 - 2023 йыл "Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы" тип иғлан ителде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ