Өфөлә ҡалалағы иң ҙур һырғалаҡ эшләй башланы

Уны Ағиҙел яры буйында яһап ҡуйҙылар. Һырғалаҡтың  оҙонлоғо 800 метр. Ул “Торатау” Конгресс-холы амфитеатры аҫтындағы биләмә урынынан башлана. Каток көн һайын эшләй. Үҙ конькиҙары менән килгәндәр бушлай шыуа ала. Өфөлә халыҡ өсөн 31 һырғалаҡ һәм 90 хоккей ҡумтаһы булдырыла. Бөтә майҙансыҡтар яҡтыртыла һәм киске ваҡытта ла эшләй.

Фото №1 - Өфөлә ҡалалағы иң ҙур һырғалаҡ эшләй башланы
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ