Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға сираттағы мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостандың киләһе йылдарға үҫеш юлын билдәләне. Депутаттар фекеренсә, республика Башлығы ҡуйған барлыҡ бурыстарҙың һөҙөмтәһе буласаҡ. Сөнки улар, тәү сиратта, берҙәм республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Коллектив көнбайыш баҫымы, санкцияларға ҡарамай сәнәғәтте, иҡтисадты үҫтереү дауам итә. Һуңғы өс йылда ғына инвестициялар күләме 31 процентҡа артҡан. Мәғариф өлкәһе лә иғтибар үҙәгендә. Федераль программа ярҙамында, алдағы ике йылда 140 белем усағында капитальт ремонт ойоштороуға 6 миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеү ҡарала.
Власть органдарының төп бурысы - халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Мөрәжәғәттәрҙе оператив эшкәртеүҙә республика менән идара итеү үҙәге һөҙөмтәле эшләй. Чиновниктарҙың граждандар менән асыҡлығына бәйле өҫтәмә закон проекты ла ҡарала.
Республикала илһөйәрлек рухы көслө. Махсус хәрби операция башланыу менән күп кенә яҡташтарыбыҙ үҙ ирке менән Ватан һағына баҫты. Рәсәй геройҙары Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары бөгөн Донбасс төбәктәрендә тыныслыҡ булдырһа, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәгеһе киләһе аҙнала алыҫ юлға сыға.



